"Атайсал" проекты халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшырта

Республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырылған программа тыуған яҡҡа ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Проект иғлан ителгәндән һуң, мәҫәлән, Саҡмағош районында ғына 40 миллион һумлыҡ эштәр башҡарған. "Базы" хужалығы етәксеһе Вадим Соколов данлыҡлы яҡташтарының исемен мәңгеләштереү, белем усаҡтарының матди-техник базаһын яңыртыу һәм ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлә. Хужалыҡ етәксеһе юлдарҙы ремонлауға ла аҡса бүлгән.  Иҫке Боҫҡаҡ һәм Рапат ауылы урамдарын төҙөкләндереү һәм күпер төҙөү өсөн  25 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Рапат ауылында йәшәүсе Лена Латипова:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика парламенты депутаты Вадим Соколов ноябрҙә Саҡмағош ауылындағы мәсеткә манара ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтә. Социалистик Хеҙмәт Геройы Ринат Йосоповҡа бюст асыу ҙа ҡаралған.