Әбйәлилдәр халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнаша

Һәр кем мөһим. Әбйәлил районында 10 мең самаһы кеше Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу компанияһында ҡатнашҡан. Урында 100-гә яҡын  йәниҫәп алыусы эшләй. Улар стационар участкаларҙа ҡабул итә, шулай уҡ йорттар буйлап та йөрөй. Асҡар үҙәк китапханаһы белгесе Гөлдәр Әхмәтйәнова һөнәрен алмаштырып торорға ҡарар иткән. Бөгөн ул кампанияла халыҡты теркәүсе. Вакцина яһаттыҡ, битлек тәртибен үтәйбеҙ, ти ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Күп функциялы үҙәктә лә мәғлүмәт ҡалдырыу мөмкинлеге бар. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Вильям Гәрәев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ноябрь уртаһына тиклем дауам итә.