Өфө һәм Стәрлетамаҡта йәшәүселәр мәктәп янындағы тротуар һәм балалар поликлиникаһы алдындағы юл сифатына зарланған. Өфөлә, Нуғай ауылындағы 147-се мәктәп янында тротуар тәртипкә килтерелгән. Стәрлетамаҡтағы 4-се поликлиника эргәһендәге юл проблемаһы ла Республика менән идара итеү үҙәгендә теркәлгәндән һуң бөтөрөлгән. Быйыл үҙәктә тротуарҙар сифаты буйынса 737, юлдар буйынса 386 мөрәжәғәт теркәлгән.