Тейешле указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсәйҙә 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял иғлан ителде. “Каникулда өйҙә тороғоҙ, ҡунаҡҡа йөрөмәгеҙ”. Ялда халыҡ һаулығын хәстәрләргә тейеш тигән фекерҙә Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева. Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлы ҡала. Госпиталдәрҙә ауыр хәлдәге пациенттар һаны арта. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакцина яһатыу мөһим. Ялда прививка эшләтегеҙ, ти Римма Үтәшева.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҮткән тәүлектә республикала 670 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған, 36 кеше вафат булған. Әле стационарҙа 1 меңдән ашыу пациент дауалана. Уларҙың 73-ө ауыр хәлдә, 8 сирле үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.