Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар кәмемәй

Ковидтың тәүлек күрһәткесе әкренләп 700-гә яҡынлай. Пандемия башланғандан алып сир 82 меңдән ашыу осраҡта раҫланған. Меңдә өс пациент әле стационарҙа дауалана, уларҙың 72-һе ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 8 кеше.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уҙаған тәүлектә коронавирустан йәнә 36 үлем теркәлде, сир ҡорбандарының дөйөм һаны 2 мең ярымға етеп килә. Ял көндәрендә вакциналау күләме бер аҙға кәмегән. Һуңғы тәүлектә прививканы 8 меңдән ашыу замандашыбыҙ эшләткән.

Вакциналауҙы тамамлаусылар миллион өс йөҙ меңде үтеп китте, был яҡынса прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 52 ярым проценты. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн был күрһәткес кәмендә 80 процент булырға тейеш. Башҡортостанға миллион 900 мең дозанан ашыу вакцина килтерелгән.