Башҡортостанда 27 октябрҙән сауҙа үҙәктәренә инеү өсөн вакцина үтәлеше тураһында сертификат йәки һуңғы 6 ай эсендә ковид-19 менән сирләүҙе иҫбатлаусы белешмә күрһәтеү талап ителә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыға тиклем ҙур кибеттәрҙә һуңғы ике тәүлектә эшләтелгән ПЦР анализ һөҙөмтәләре лә ҡабул ителә ине. Яңы талаптар үтәлешен тикшереү өсөн сауҙа үҙәктәрендә даими рейдтар ойошторола.
Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгестәре кибеттәргә инеү урынында сертификаттарҙы һәм справкаларҙы тикшереп, хәүефһеҙлек саралары үтәлешен ҡарарға ярҙам итә. Вакцина үтәлеше тураһында сертификат йәки ярты йыл эсендә ауырығанды раҫлаусы документ булмаған осраҡта сауҙа үҙәктәренә инеү тыйыла.
Флорида Ким