Дыуан районындағы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары өс миллион һум грант отоп, тәбиғи һөт етештереү эшен яйға һалған. Кооперативҡа тиҫтәнән ашыу пайсы ингән. Илфат Әхмәтйәнов башланғысы менән ойошторолған предприятие әлеге ваҡытта һөт продукциялары өсөн «Ғәҙел билдә» системаһын ғәмәлгә индерергә йыйына.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕтештереүсенең мәжбүри маркировкалау эшенә әҙерлеге менән БЮТ каналының ижади төркөмө танышты.
Быйыл декабрҙә һөт продукцияларын етештереүселәр «Ғәҙел билдә» системаһы буйынса эшләй башлай. Мәжбүри маркировкалау ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау, атап үткәндә ялған тауарҙы сифатлыһынан айырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Белгестәр әйтеүенсә, махсус код продукцияның ҡайҙа һәм ҡасан сыҡҡанын, нисек килеп еткәнен күрһәтергә тейеш. Әммә закондағы үҙгәреш етештереүселәрҙән өҫтәмә сығымдар талап итә.
Бер нисә йыл элек бындай үҙгәрештәр тураһында күптәр белеп тә етмәй. Кооператив етәксеһе лә штрих-код һәм куар-код төшөрөлгән төргәктәргә күмәртәләп заказ биреп өлгөрә. Әле ярты йылға етерлек запас бар. Шул сәбәпле хәҙер йүнселгә мәжбүри маркировканы һәр ҡапҡа айырым төшөрөүҙән башҡа сара ҡалмай.
Өҫтәмә сығымдарға ҡарамаҫтан кооператив ағзалары күңел төшөнкөлөгенә бирелмәй. Сөнки бер нисә йыл элек Дыуан районы хужалыҡтарын тағы ла етдиерәк проблема борсой. Ул да булһа һауылған һөттө ҡайҙа тапшырырға? Шул саҡта төбәк фермерҙары берләшеп ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү программаһында ҡатнаша. Дәүләт ярҙамы менән улар тәбиғи һөт етештереү эшен башлап ебәрә.
Йәш технологтың килеүен Мәсәғүт кооператорҙары оло шатлыҡ менән ҡаршы алған. Сөнки цех махсус белемле кадрҙарға ихтыяж кисерә. Әйткәндәй, республикала ауыл еренә эшкә ҡайтҡан йәш белгестәргә 500 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Унда ҡатнашыу өсөн Эльмира Заманова ла тейешле документтар тапшырған.
Илфат Әхмәтйәнов етәкләгән кооперативҡа бөгөн 15 фермер берләшкән. Уның предприятиеһы көн һайын халыҡты сифатлы һөт продукцияһы менән тәьмин итә. Йүнсел киләсәктә етештереү ҡеүәттәрен тағы ла арттырырға ниәтләй. Бының өсөн ошо көндәрҙә 500 литрға иҫәпләнгән яңы һыуытҡыс ҡайтарылған.
Илдар Байбулатов