Грейпфрут ҙурлығындағы шеш...

Башҡорт дәүләт медицина университеты табиптарынан торған мультидисциплинар бригада һигеҙкүҙҙәге нерв туҡымаһында урынлашҡан шешкә операция яһаны. Германиянан Вольф Виланд етәкселегендәге әмәлиәтте студенттарға онлайн форматта ҡарау мөмкинлеге булдырылды. Юғары квалификациялы хирургтарҙың ҡатмарлы операцияһын БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ла күҙәтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тәүге этапты башҡарыусылар әмәлиәткә иртәнге һигеҙҙән тотонған. Улар нерв туҡымаһына тоташҡан шештәге ҡан тамырҙарын ҡапланы. Операция өҫтәлендә Иванов өлкәһенән 46 йәшлек

ханым. Тыуған яғында шештең ҙур булыуы арҡаһында әмәлиәт яһауҙан баш тартҡандар. Бындай ҡатмарлы клиник осраҡтарға операция  сит илдәрҙә лә башҡарыла.Дүрт бала әсәһе Башҡортостан нейрохирургтарын үҙаллы эҙләп тапҡан.

Әмәлиәт барышында урологтар, нейрохирургтар,онкологтар, пластик хирургтарҙан торған  табиптар төркөмө эшләне. Тиҫтәнән ашыу юғары квалификациялы белгес пациентҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтте.

Бөгөнгө әмәлиәт дүрт этапта башҡарыла. Әлеге ваҡытта операцияның икенсе этабы үтә. Һигеҙкүҙ янында эске органдар эшмәкәрлегенә ҡамасаулаған шеш нерв ептәренә зыян итмәһен өсөн робот да винчи ярҙамында айырыла. Артабан әмәлиәтте нейрохирургтар дауам итәсәк.

Бәләкәй тазда урынлашҡан 15Х10 ҙурлығындағы шеш пациент тормошонда ҙур проблемалар тыүҙырған. Медицинала һуңғы 15 йылда бындай 29 осраҡ билдәле. Әммә һуңғыһында шештең нерв туҡымаһынында урынлашыуы ауырыуға ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙырып, йәшәү кимәлен кәметкән.

 Башҡортостандың иң көслө хирургтарынан тупланған бригада эшмәкәрлеген студенттар он-лайн форматта күҙәтә алды. Әмәлиәт Германия, Азия һәм Африка илдәре клиникаларына күрһәтелде. Республика табиптарының алдынғы эш тәжрибәһен киләсәктә донъяның төрлө илдәре ҡуллана ала.

Республиканың дүрт дауаханаһы хирургтары әмәлиәтте заманса сифатлы ҡорамалдар ярҙамында бәләкәй яралар аша башҡарҙы. Пациент бындай операциянан һуң 2-3 көн эсендә аяҡҡа баҫасаҡ тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова