Флүрә Низамованың «Күгәрсен кисеүе» исемле китабы донъя күрҙе

Әбйәлил районында мәғариф ветераны, Рәмил Ҡол-Дәүләт исемендәге премия лауреаты Флүрә Низамованың «Күгәрсен кисеүе» исемле китабы донъя күрҙе. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

«Күгәрсен кисеүе» авторҙың тәүге генә китабы түгел. Флүрә Низамованың төрлө йылдарҙа алты йыйынтығы донъя күрә. Улар араһында Советтар Союзы Геройы Рәүеф Дәүләтовтың тормош һәм яу юлына арналғаны айырым урын биләй, унда халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы хаҡында яҡташтарының хәтирәләре лә, тарихи мәғлүмәттәр ҙә урын ала.

Был китап Башҡортостан китап нәшриәте тарафынан электрон форматта ла сығарыла. «Күгәрсен кисеүе» китабына иһә авторҙың төрлө жанрҙағы әҫәрҙәре ингән. Флүрә Низамованың уҡыусыларының ижад емештәре тупланған йыйынтыҡтары ла бар. Оҙаҡ йылдар рус һәм башҡорт телен, әҙәбиәтен уҡытҡан педагог һүҙ ҡәҙерен яҡшы белә.

Флүрә Низамова бар ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә арнай. Уҡыусыларҙа телгә, әҙбиәткә һөйөү уятыу өсөн дәрестәрҙе нормативтар буйынса түгел, ижади итеп уҙғарыу мөһим. Шулай уҡ һәр баланы шәхес итеп ҡабул итеү мотлаҡ, ти ул.

Тәжрибәле педагогтың методик алымдары  «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында ла баҫылып сыға, ул баҫманың лауреаты итеп тә таныла. Флүрә Низамова хаҡлы ялға сыҡҡас та ижадтан айырылмай, әҫәрҙәрен китап итеп баҫтырып сығара, милли матбуғатты таратыуҙа ҡатнаша.

Рәмзиә Кәримова