«Аян» тип аталған ижади байрам билдәле яҙыусы Сыңғыҙ Айытматовтың тыуыуына 93 йыл тулыуға һәм ике дәүләт араһындағы тығыҙ хеҙмәттәшлеккә арналды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСарала Ҡырғыҙстандың тиҫтәгә яҡын ижади коллективы һәм Рәсәй исеменән Мәскәүҙәге «Илһам» халыҡ театры ҡатнашты. Милләттәштәребеҙ «Йәмилә» спектакле менән сығыш яһаны. Төп ролдәрҙе Нурислам Даянов, Ғәлиә Кәримова, Баязит Йәнбирҙин һәм 11 йәшлек Камил Өмәрғолов кеүек һәүәҫкәр артистар башҡарған.
Театрҙың етәксеһе һәм режиссеры Мәҙинә Илһамова әйтеүенсә, халыҡ-ара кимәлдәге фестиваль – сәхнә образдары ярҙамында сәнғәттең юғары ҡиммәттәрен тәрбиәләү һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Илдар Байбулатов