Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу дауам итә

Башҡортостанда мөһим кампания ваҡытына 7 мең 400-ҙән ашыу участка булдырылған. Йәниҫәбен алыу менән 1235 контролер шөғөлләнә. 650-гә яҡын ирекмән граждандарға консультатив ярҙам күрһәтә. Респонденттар үҙҙәренә уңайлы ысулды һайлап, ғәҙәти юл менән иҫәпсенең йортҡа килеүен көтә, йәки электрон иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙаллы “Дәүләт хеҙмәте” порталында тултыра ала.   Иҫәп алыу тотош илдә халыҡ һанын, социаль-иҡтисади хәлде баһалау мөмкинлеген бирә. Милли  проекттарҙы финансау күләме лә иҫәп  алыу һөҙөмтәләре буйынса билдәләнә. Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу ирекле. Кампанияның тәүге һөҙөмтәләре быйыл декабрҙә иғлан ителә.