Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә шул турала әйтелде. Күмертау ҡалаһы, Тәтешле һәм Шишмә райондарында күрһәткестәр айырыуса юғары. Андрей Назаров иҡтисадты үҫтереү өсөн күберәк инвестиция йәлеп итеү, бизнесҡа ярҙам итеү мөһимлеген телгә алды. Әле 30 район һәм ҡалала инвестицияға бәйле ыңғай күренеш һаҡлана. Күпселек муниципалитеттарҙа сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм төҙөлөштә күрһәткестәр артҡан.