Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәрҙе Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә индереүгә әҙерлек буйынса эш аҙағына яҡынлаша. Хөкүмәттә үткән ултырышта проект үтәлеше ҡаралды. Былтыр мәмерйәлә комплекслы фәнни-тикшеренеү эше ойошторолдо. Уның буйынса махсус йыйынтыҡ әҙерләнгән. Әле ике томлыҡ досьены сит телдәргә тәржемә итеү бара. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәрҙе Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә индереү өсөн туристик инфраструктураны ла тәртипкә килтереү бурысы ҡуйыла. Тиҙҙән ҡурсаулыҡ янында тарихи-мәҙәни музей комплексы файҙаланыуға тапшырыла.