Бөгөн республика Милли музейында 2-се Башҡорт уҡсылар полкы байрағы менән таныштыралар

Башҡорт уҡсыларын данлап... 1919 йылда башҡорт яугирҙары Петроградты генерал Николай Юденич ғәскәрҙәре һәм сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлауҙа ҡатнаша. Шул осорҙағы әләм һаҡланып ҡала. Ул шәхси коллекциянан республикаға тапшырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров октябрь башында уны социаль селтәрҙәге сәхифәһендә күрһәткәйне. “Әләм беҙҙең өсөн ҡәҙерле ҡомартҡы. Ул белгестәрҙе яңы эҙләнеүҙәргә этәрер”, тип иҫәпләй тарихсы Азат Ярмуллин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡорт уҡсылар полкы байрағы атҡаҙанған төҙөүсе, меценат Филүс Ишбулатовтың тырышлығы менән республикаға ҡайтарылды.