Өфөләге һыу башняһы мәҙәни мираҫ объекттары берҙәм дәүләт реестрын тулыландырҙы

Алтай урамындағы боронғо бина үткән быуатта төҙөлгән. Ул осорҙа уҡ белгестәр һыуҙы таҙартыу өсөн француз технологияһын ҡуллана. Ағиҙел йылғаһының бейек ярында сафҡа индерелгән ҡоролма оҙаҡ йылдар халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итә. Янғын һүндергәндә лә унан алынған һыу ҡулланыла. Артабан бында Башҡорт дәүләт университеты обсерваторияһы урынлаша. Уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағында һыу башняһы ябыла. Эксперттар белдереүенсә, мәҙәни мираҫ объектының тарихи йөҙө һаҡланып ҡалған. “Киләсәктә уны төҙөкләндереү һәм туристик маршрутҡа индереү ниәте лә бар”, - ти Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ бүлеге етәксеһе Салауат Ҡолбәхтин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт