Яңы сиректә – яңы мәктәпкә. Дыуан районы Таҙтүбә ауылы балалары өсөнсө сиректе заманса мәктәптә ҡаршылай. Белем усағы ике ҡатлы була. Әле унда төҙөлөш эштәре аҙағына яҡынлаша. Мәғариф усағын төҙөп бөтөү мәсьәләһе Радий Хәбировтың төбәккә эш сәфәре барышында күтәрелгәйне. Ул ваҡытта республика башлығы пландағы маршрутын үҙгәртте. Ул "SOS, мәктәп төҙөлмәй" тип яҙылған плакат тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө эргәһендә туҡталды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМәктәп республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында төҙөлә. Тәүҙә бинаның хаҡы 140 миллион һум булған. Әммә төҙөлөш материалдары ҡиммәтләнеү сәбәпле, смета яңынан ҡаралған. Шулай уҡ өҫтәмә дәүләт экспертизаһы үткәрергә тура килгән. Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯңы мәктәп 120 урынға иҫәпләнгән.