Әрмәнстандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың баш ҡалаһына белемдәрен камиллаштырыу өсөн килгән. Теоретик һәм практик дәрестәр Граждандарҙы һаҡлау идаралығында үтә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфө ҡотҡарыусылары көндәлек эштә ҡулланыла торған күнекмәләр менән уртаҡлаша, оҫталыҡ тупларға ярҙам итә. Тәүге дәрестәр апрелдә Әрмәнстанда үтә, унда ла Башҡортостан белгестәре ҡатнашҡан.
Практик дәрестәрҙең береһе альпинист ҡорамалдары менән ҡуллана белеүгә арналды. Таулы рельефта юғалған кешеләрҙе ҡотҡарыу, йәрәхәт алғандарҙы хәүефһеҙ ергә төшөрөү кеүек күнекмәләр үтәлде. Сит ил ҡунаҡтары әйтеүенсә, практик дәрестәрҙә алған белем баһалап бөткөһөҙ, сөнки йыш ҡына тауҙа аҙашҡан туристарҙы ҡотҡарырға тура килә.
Әлфинә Килдейәрова