Өс көн дауамында барған ярышта Башҡортостандың 13 район-ҡалаһынан 220 спортсы ҡатнашты. Ярыш майҙаны итеп республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәге осраҡлы һайланмаған. Краснокама районы үҙәгендә төрлө саралар уҙғарыу өсөн шарттар тыуҙырылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӘйткәндәй, кикбоксинг буйынса республика беренселеге һәм чемпионат еңеүселәре Башҡортостан йыйылма командаһына алынды. Улар киләһе йыл Рәсәйҙә үтәсәк ярыштарҙа ҡатнашасаҡ. Башҡортостанда, ғөмүмән, кикбоксинг спорты йылдам үҫешә. Бөгөн был өлкәлә өс меңгә яҡын малай-ҡыҙ шөғөлләнә.
Азат Ғәлиуллин