Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышында белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКәңәшмәлә мәмерйәләге боронғо һүрәттәрҙе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә йүнәлтелгән комплекслы эшмәкәрлек буйынса фекер алышынды. Ошоға бәйле, Бөрйән районында туризм тармағы һәм инфраструктураны артабан үҫтереү, төбәктең иҡтисади ҡеүәтен арттырыу һәм яңы эш урындары булдырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Кәңәшмәлә шулай уҡ туроператорҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларға тимер юл транспорына льготалы хаҡтар булдырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Әлегә йәмәғәт транспортының был төрөндә 1 апрелдән 31 октябргә тиклем 50 процентлыҡ ташлама менән пенсионерҙар, хеҙмәт ветерандары, сәйәси репрессия ҡорбандары, ә 1 сентябрҙән 15 июнгә ҡәҙәр уҡыусылар һәм студенттар файҙалана ине.
Бынан ары мәктәпкәсә йәштәге балаларға ла тимер юл транспортына ташлама индерергә ҡарар ителде. Кескәйҙәргә билет хаҡы 75 процентҡа арзанайтыла. Ошо маҡсатта йыл һайын бюджеттан 2 миллион ярым һум аҡса бүлеү күҙаллана.
Гөлдәриә Йосопова