Иғтибар – балалар! Башҡортостанда балалар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләрен иҫкәртеү саралары башланды. 12 ноябргә тиклем дауам итәсәк акция мәғариф учреждениелары ҡатнашлығында үтә. Был осорҙа инспекторҙар уҡыусыларға юл йөрөү ҡағиҙәләрен, хәүефһеҙлек талаптарын өйрәтә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАйырыуса иғтибар беренсе синыф уҡыусыларына. Тап улар өсөн яңы, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә юл асыла. Мәктәп юлы күптәр өсөн хәүефле. Светофорҙар, зебра аша үтергә кәрәк. Уларҙы дөрөҫ сығыу ҡағиҙәләре балаларҙың ҡанына һеңергә тейеш, ти уҡытыусылар.
Акция барышында өлкәндәр өсөн дә аңлатыу эштәре алып барыласаҡ. Күп осраҡта балалар хәүефһеҙлеге тап улар иңендә. Уҡыусыларҙы мәктәп автобусында йөрөтөү, белем биреү учреждениелары янында транспорт хәрәкәте лә инспекторҙар иғтибарына алына.
Үткән 9 айҙа бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 377 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияларҙа 16 баланың ғүмере өҙөлгән, 420-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған. Инспекторҙар әйтеүенсә, күңелһеҙ статистиканы өлкәндәрҙең ябай ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүе, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эәлктермәүе, балалар креслоһы ҡулланмауы һәм тиҙлекте арттырыуы тулыландыра.
Айнур Кәбиров