Петр Ивановичҡа юғары награда ишле бала үҫтергән өсөн тапшырылды. Ғаилә башлығы тормош иптәше менән 8 балаға ғүмер бирә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 6 етемде тәрбиәгә ала. Бөгөн улар 30 ейән-ейәнсәргә өләсәй менән олатай. Ишле ғаиләнең бәхет серҙәрен беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт«Аталыҡ даны» билдәһе тапшырылды, тип әйтеүе генә рәхәт Ә ошо награда артында йоҡоһоҙ төндәр, уйланыуҙар, борсолоуҙар ята. Сөнки Петр Жук балалар үҫтергәндә төп маҡсат итеп ысын кеше тәрбиәләүҙе ҡуя. Шуға күрә уҙҙәренең 7 улы һәм бер ҡыҙына ла, һуңғараҡ тәрбиәгә алған 6 балаға һәр ваҡыт мәңгелек ҡиммәттәрҙе аңлата, дини тәғлимәттәрҙе төшөндөрә.
Ғаилә балаларға хеҙмәт тәрбиәһе лә бирергә тырыша, улар күпләп мал тота, баҡса үҫтерә. Ҡулы эш белгән кеше тормошта юғарып ҡалмай, беҙ көндәлек бурыстарҙы бергәләп башҡарабыҙ, ти Тамара Васильевна.
Петр Иванович менән Тамара Васильевнаның тырышлығы һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Әле 14 баланың өсәүһе генә улар янында. Ҡалғандары белем, һөнәр алып, ғаилә ҡороп үҙаллы йәшәй. Ата-әсәһенән өлгө алып тәрбиәгә бала алғандары ла бар. Мәҫәлән, бишенсе улдары Марк 3 етем балаға ғаилә йылыһы биргән.
Ғаиләләге иң өлкән бала Вениамин хәҙер үҙе 5-се тиҫтәһен ҡыуа. Ул үҙе лә ишле ғаилә башлығы, тормош иптәше менән биш бала үҫтерә. Атайым менән әсәйем күңелебеҙгә ғаилә ҡиммәттәрен һала алды, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булырға өйрәтте, ти ул.
Бөгөн Петр менән Тамара Жук – 30 ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай менән өләсәй, ғаилә ағзаларының һаны 56-ға еткән. Ә бына заманында сабый ҡайтҡан һайын төрлө яҡҡа киңәйтелгән ике ҡатлы йорттоң хәҙер күп бүлмәләре бөтөнләй бушап ҡалған. Әммә хужалар бошонмай. Ял-байрамдарҙа оло ғаилә бергә йыйыла.
Рәмзиә Кәримова