Милли музейға 2-cе Башҡорт уҡсылар полкының айырым башҡорт бригадаһы байрағы тапшырылды

Америкала шәхси коллекцияла һаҡланған экспонаттың һатыуға ҡуйылыуын белеп ҡалып Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Филүс Ишбулатов тарихсылар менән берлектә реликвияны республикаға ҡайтарырға ярҙам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Билдәле булыуынса, 1919 йылда башҡорт уҡсылар бригадаһының ҡаһарманлығы Петроград эшселәр һәм һалдат депутаттар советы тарафынан байраҡ менән билдәләнгән.

1920 йылдың апрелендә Башҡорт хәрби-революция комитеты ҡушыуы буйынса ул 1 майға полкҡа тапшырылырға тейеш булған. Әммә ваҡыт буйынса тотҡарлыҡтар тыуа. Шуға күрә башҡорт хәрбиҙәре рәсми булмаған байраҡтарҙы ла йөрөткән. Һәм хәҙер хәрби алдынғылыҡ билдәләренең береһе республикала һаҡлана.

Байраҡ ике яҡлы: бер яғында социализм билдәһе төшкән айлы йондоҙ төшөрөлгән, икенсе яғында ҡалҡанлы ҡылыс һәм ат һүрәте, «Башҡортостан» һүҙенең ғәрәпсә яҙыуы ла бар.

Билдәле булыуынса, бөгөн Милли музей фондында 1-се, 2-се башҡорт уҡсылар полкы һәм Петроград эшселәр Советы һәм Ҡыҙыл Армия депутаттары байраҡтарынан тыш, тағы ла 46 хәрби алдынғылыҡ билдәһе һаҡлана.

Гөлназ Хәйбуллина