Рәсәйҙең иң яҡшы крайҙы өйрәнеүсеһе Ауырғазы районы Сыуаш-Ҡарамалы ауылында йәшәй. Бөтә Рәсәй крайҙы өйрәнеүселәр конкурсында өсөнсө урын яулаған Юрий Леонтьевтың шатлығын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЮрий Леонтьев белеме буйынса математика һәм информатика уҡытыусыһы. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә бынан 14 йыл элек тотонған. Башта 1740 йылда нигеҙ һалынған Сыуаш-Ҡарамалы ауылына килеп төпләнгән ғаиләләрҙең тамырҙарын төплө итеп өйрәнгән. Һуңынан тыуған ауылында ғибәҙәтхана, асфальт юл һалырға, газ үткәрергә ярҙам иткән меценат, техник фәндәр докторы Василий Николаевтың исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергән.
Сыуаш-Ҡарамалы ауылында «Альтаир»крайҙы өйрәнеүселәр түңәрәгендә 35 уҡыусынан торған ике төркөм шөғөлләнә. Үҫмерҙәр ауыл тарихы, граждандар һәм Бөйөк ватан һуғышы йылъяҙмаһы, данлыҡлы яҡташтары булмышы менән төплө ҡыҙыҡһына. Уҡыусыларҙың 14 тарихи һәм этнографик эҙләнеүҙәргә нигеҙләнгән эштәре республика конкурстарында призлы урындар яулаған.
Сыуаш-Ҡарамалы ауылы үҫмерҙәре ошо бүлмәлә остаздарынан рухи һәм әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре ала. Серафим Соровский исемендәге абруйлы премия менән бүләкләнеүсе, Рәсәй кимәлендә крайҙы өйрәнеү буйынса өс көслө уҡытыусы кимәленә еткән Юрий Леонтьев ирешелгән уңыштар менән генә сикләнеп ҡалырға теләмәй, яҡын киләсәктә китап нәшер итергә һәм крайҙы өйрәнеү өлкәһендә Президент грантын яуларға ниәтләй.
Гүзәл Борханова