Ишембай районы Тирмән-Йылға ауылында йәшәүселәр скандинав атлау менән әүҙем шөғөлләнә башлаған. Тренажер залдар менән сағыштырғанда, асыҡ һауалағы физик күнекмә хәүефһеҙерәк тә. Сәләмәт тормошто үҙ итеүселәр менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИшембай районынан Фәүзиә Вәлишина унынсы йыл скандинав атлау менән шөғөлләнә. Күршеләренән ҡалышмаҫҡа тырышып, көн һайын урманға йөрөй. Ханым билдәләүенсә, физик әүҙемлек, бигерәк тә, хаҡлы ялдағылар өсөн мөһим. Саф һауала яһалған һәр аҙым сәләмәт тормошҡа илтә. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигәндәй, коронавирус башланыу менән иммунитетын нығытырға теләүселәр артҡандан-арта.
Белгестәр билдәләүенсә, Ковид-19 инфекцияһынан, тәү сиратта, тыу алыу һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ҡаҡшай. Шуға күрә ауырыуҙы үткәреүселәргә мотлаҡ рәүештә реабилитация талап ителә. Асыҡ һауала физик күнекмәләр яһау, шул иҫәптән скандинав атлау организмға ыңғай тәьҫир итә. Хәрәкәттә йәшәү – сирҙән һуң барлыҡҡа килгән хәлһеҙлек, борсолоу кеүек билдәләрҙе лә юҡҡа сығара.
Тирмән-йылға ауылында йөҙҙән ашыу кеше скандинав атлауға ҡушылған. Көнөнә ун саҡрым араны атлап үтеүселәр ҙә бар. Өлкәндәр үҙ миҫалында үҫеп килгән быуынды сәләмәт тормошҡа ылыҡтыра.
Бәләкәйҙән саңғыға баҫҡан егет-ҡыҙҙар олоғайғас яңы физик әүҙемлек төрөн үҙләштерә. Ҡулда шул уҡ таяҡтар, тик хәҙер шыуырға түгел, атларға кәрәк. Махсус техника буйынса аҙымдар яһау ҙа үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә.
Гөлназ Хәйбуллина