Ул Башҡорт тарихы йылына арнала һәм туған телебеҙҙе популярлаштырыу маҡсатында ойошторола. Тәтешле районында фестиваль сиктәрендә уҙған сара “Шәжәрәңде барла” тип аталды. Тамашала Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары сығыш яһаны. “Түңгәүер” бейеү ансамбле ялҡынлы бейеүҙәре менән әсир итте, ҡурай моңо күңелде арбаны”, - ти Шулған ауылынан Ынйы Бәҙретдинова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКисәлә Тәтешле районы һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары тарихына арналған сығыштар булды. “Ата-бабаларыбыҙҙың данлы ла, шанлы ла үткәне менән ғорурланам”, - ти танылған йырсы, яҡташыбыҙ Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе, артистың исемен йөрөткән күргәҙмәләр комплексы баш белгесе Фирүзә Ибәтуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн Нефтекама филармонияһы артистары Асҡын районында сығыш яһай.