Бер тәүлек эсендә 27 меңгә яҡын кеше прививка эшләткән. Кисә был һан 24 мең тирәһе ине. Вакцинаның беренсе компоненты 1 миллион 604 меңдән ашыу кешегә эшләнгән, 1 миллион 314 меңе иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Республикала коронавирус йоҡтороусылар кәмемәй. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә 668 кешелә вирус табылған. Әле 7 меңдән ашыу кеше өй шарттарында, 1 мең самаһы пациент стационарҙа дауалана. 53 сирле реанимацияла, 7 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Пандемия башланғандан алып, 83 мең 486 кешегә “ковид-19” диагнозы ҡуйылған, 2 мең 482 кеше вафат булған. Һуңғы тәүлектә 36 сирленең ғүмере өҙөлгән.