Башҡортостан вәкилдәре Сербияла бизнес-миссияла ҡатнаша

Уны Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса министрлыҡ ойошторҙо. Башҡортостан һәм Сербия аҙыҡ-түлек, ашлама, юғары технологиялы продукция менән сауҙа итә. Сербияла күп кенә тауарҙар өсөн таможня пошлинаһы юҡ, тип белдерҙе министр Маргарита Болычева. Сербияға бизнес-сәфәр иртәгә тамамлана.