Андрей Назаров Сибайҙа инфекция госпитале төҙөләсәк урынды ҡараны

Сибайҙа инфекция госпитален төҙөү Урал аръяғында халыҡты дауалау проблемаһын хәл итә. Премьер-министр Андрей Назаров шулай тип белдерҙе. Бөгөн ул госпиталь төҙөләсәк урынды ҡараны, ҡала хакимиәтендә кәңәшмә уҙғарҙы. Урал аръяғы райондары республика баш ҡалаһынан алыҫ, шуға Сибайҙа заманса госпиталь төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде, тине хөкүмәт рәйесе. Объектты ике ай эсендә төҙөп бөтөү маҡсаты ҡуйыла. Башҡортостанда шулай уҡ Туймазы ҡалаһында инфекция  госпитале төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде.