Конкурста республиканың бөтә райондары ҡатнашҡан. Төрлө категорияларҙа иң яҡшылар тип Ҡариҙел ауылы, Илеш районы Түбәнге Йәркәй, Баҡалы районы Тухбирҙе, Шишмә районы Яңы Усман ауылдары танылды, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. 31 авгусҡа тиклем коронавирустан вакциналау буйынса яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән был ауылдарға 450-шәр мең һум бирелә. Шулай уҡ 2-се урын алған 8 ауылға 400-әр мең, өсөнсө урын алған 12 ауылға 350-шәр мең һум ҡаралған.