Башҡортостанда коронавирус таралыуҙы сикләү буйынса оператив штаб составы үҙгәрҙе

Премьер-министр Андрей Назаров ошондай документҡа ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем оператив штабта 43 кеше ине, хәҙер 51-гә еткерелде. Штабты Республика башлығы Радий Хәбиров етәкләй, уның урынбаҫары - Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров. Коронавирус таралыуҙы сикләүсе орган составында шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау, Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау, Финанс ведомстволары етәкселәре бар.