Көтөп алынған фатир. Хәйбулла районында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ике бала торлаҡлы булды. Бәхетле исемлектә Сиҙәм ҡасабаһынан Диана Әфләтүнова менән Байғусҡар ауылынан Динар Килдебаев та бар. Уларға Аҡъярҙан берешәр бүлмәле фатир асҡыстары тапшырылды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРайон хакимиәте етәкселеге йәштәр менән осрашып, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Быйыл Хәйбуллала ун балаға торлаҡ бүлеү ҡаралған, уларҙың өсәүһе документтарҙы киләһе айҙарҙа рәсмиләштерәсәк. Шул уҡ ваҡытта тағы ла йөҙгә яҡын етемдең күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса сиратҡа ҡуйылыуы билдәле.
Гөлназ Хәйбуллина