Бөрйәндә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы бик үҙенсәлекле уҙа. Сөнки районда рус ғаиләләре лә байтаҡ. Әммә улар күптән инде башҡортлашып бөткән һәм урындағы халыҡтан айырылмай тиерлек. Ә инде йәниҫәптә лә үҙҙәрен башҡорт тип яҙҙырыуҙары һоҡланғыс күренеш.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕкатерина, Владимир, Евгений исемле кешеләрҙең саф башҡортса һөйләшеп йөрөүҙәре Бөрйәндә береһен дә аптыратмай. Урыҫтар бында телде белеү генә түгел, ә Бөрйәндәргә генә хас йырлап һөйләште лә үҙләштергән. Хатта халыҡ йырҙарын да яратып башҡарыусылар күп. Йылдар дауамында иңгә-иң терәшеп йәшәп тә ерлектәге телде белмәү кәм тигәндә оят, ти Евгений Быков.
Аралашыу бер, ә бына йәниҫәптең телдәр тураһындағы графаһында башҡорт телен күрһәтеү һоҡланғыс сифат. Валентина Ивановна хәҙер инде 38 йыл Бөрйәндә йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә башҡорт теле минең икенсе туған телемә әйләнде, ти ул.
Тап аралашыу теле халыҡ иҫәбен алыуҙың мөһим графаларының береһе. Был күрһәткес милләтте генә түгел, тотош мәғариф системаһының киләсәген билдәләй. Кампания һөҙөмтәләре буйынса туған телде уҡытыу, белем биреү усаҡтары төҙөтөү кеүек мәсьәләләр хәл ителәсәк.
Бөрйән районында халыҡ иҫәбен алыусылар кампанияның әүҙем үтеүен билдәләй. Төпкөлдә йәшәүселәр бер-береһен яҡшы белгәнлектән сараға дәррәү ҡушыла. Бигерәк тә йәштәрҙең аңлы ҡарашы ҡыуандыра, ти улар.
Иҫәп алыусылар эшен еңеләйтеү өсөн дәүләт хеҙмәте порталында мәғлүмәттәрҙе үҙаллы ла бирергә мөмкин. Ләкин был уңайлыҡ эш тамам тигәнде аңлатмай. Һорауламаны тултырып бөткәндән һуң алынған QR кодты ла иҫәпселәргә күрһәтеү мотлаҡ. Юғиһә, мәғлүмәттәрҙең һанға алынмауы ла ихтимал.
Айнур Кәбиров