«Елкән» йәш музыканттарҙың тәүге телевизион конкурсы финалистары гала-концертҡа әҙерләнә!

28 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында һеҙҙе моңло тамаша көтә. Әле финалистар ныҡлап әҙерләнә! 12 йәш музыкант конкурстың өсөнсө турында Башҡортостандың Милли симфоник оркестры оҙатыуында сығыш яһаясаҡ!

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

«Елкән» йәш музыканттарҙың беренсе телевизион конкурсы республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә «Тамыр» телеканалы ойошторған уникаль телевизион проект.

Һәр турҙа ҡатнашыусылар тик башҡорт композиторҙарының ғына әҫәрҙәрен башҡарҙы. Конкурсҡа бөтәһе 173 ғариза килгән. Балаларҙың конкурс программаһын исемдәре республикала һәм донъя кимәлендә танылыу яулаған билдәле музыканттар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре баһаланы.

Конкурстың гала-концертына ҡатнашыусылар башҡорт композиторҙарының көйҙәрен әҙерләй. Һәр береһе өсөн махсус оригинал оркестровка яһалған. Милли симфоник оркестр менән сығыш яһау – һәр кемгә лә бирелмәй, ти улар. Уҡытыусылары хатта саҡ ҡына быға көнләшеп тә ҡуйған!

Жюри ағзаларының кәңәштәре һәр ҡатнашыусыны тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә илһамландырһын! «Елкән» йәш музыканттарҙың тәүге телевизион конкурсының тура эфирын Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарағыҙ!

Гөлгөнә Баһауетдинова