Сибайҙа ковид-госпиталь ике айҙа төҙөләсәк

Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Сибайҙа инфекция госпитале төҙөләсәк майҙанды ҡарап, ҡала хакимиәтендә кәңәшмә үткәрҙе. Андрей Назаров билдәләүенсә, республика башлығы ҡарары нигеҙендә яңы инфекция госпитале Сибайҙан тыш, Туймазы ҡалаһында ла төҙөләсәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уның һүҙҙәренсә, дауалау учреждениеһы заманса техникалар менән йыһазландырыласаҡ. Медицина хеҙмәтләндереүе лә юғары булыр тип көтөлә. Һөйләшеү барышында шулай уҡ госпиталдә эшләйәсәк кадрҙар мәсьәләһе лә күтәрелде. Был йәһәттән Андрей Назаров, Сибай ҡалаһындағы медицина колледжында белем биреүҙе яңыртыу һәм белгестәрҙе күпләп уҡытыу күҙаллана, тип белдерҙе.

Шулай уҡ башҡа госпиталдәрҙең эргәһендәге кеүек үк ситтән килеп эшләүсе хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡ төҙөп, йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу планлаштырыла. Госпиталдең проекты Өфө районының Зубов ауылында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы кеүек үк ҡурай сәскәһе формаһында.

Рәйлә Күсемханова