Ике төбәк – Башҡортостан менән Чукоткала күрһәткестәр юғары булыуға ҡарамаҫтан, хәл тотороҡлана. Был турала ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Анна Попова белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБелгестәр фекеренсә, Башҡортостанда хәлдең тотороҡланыуы тәү сиратта сир таралыуға ҡаршы күрелгән саралар һөҙөмтәһенә бәйле. Бөгөндән сауҙа үҙәктәренә инеү өсөн вакцина сертификаты йәки һуңғы 6 ай эсендә коронавирус менән сирләүҙе иҫбатлаусы белешмә күрһәтергә кәрәк.
Быға тиклем ҙур кибеттәрҙә һуңғы ике тәүлектә бирелгән ПЦР-тест һөҙөмтәләре лә ҡабул ителә ине. Вакцина сертификаты йәки ярты йыл эсендә ауырығанды раҫлаусы документ булмаған осраҡта, сауҙа үҙәктәренә инеү тыйыла.
Рафиҡ Әхмәтшин