Республика социаль үҙәктәре 60 йәштән өлкән граждандарға ярҙам күрһәтә

Хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы вакцина ҡаҙатмаусыларға  үҙизоляция режимын һаҡларға кәңәш ителә. Хаҡлы ялға сығып эшен дауам иткән хеҙмәткәрҙәргә лә һаҡланыу саралары үтәлеше талап ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Оҙаҡ йылдар социаль үҙәктә эшләүсе Зөлфиә Миңлеәхмәтова көнөнә тиҫтәләгән кешенең өйөнә барып өлкән йәштәге граждандарға ярҙам итә. Йорт буйынса көндәлек эштәрҙе эшләүҙән тыш, ул кибеткә, дарыуханаға ла барып килә.

Ил президенты Указына ярашлы, 60 йәштән өлкәндәр өсөн ҡаралған үҙизоляция режимында ул граждандарға вакцинация тураһында тулы мәғлүмәт еткереп хәүефле сирҙән һаҡланыу юлдары тураһында иҫкәртә.

Коронавирус таралыуға бәйле, өлкән йәштәге граждандар айырыуса һаҡлауға мохтаж категорияға индерелә. Республика һуғыш ветерандары госпиталендә дауаланған пациенттар араһында ла вакцина ҡаҙатыусылар арта. Прививка эшләткәнгә тиклем оло йәштәгеләргә күп яҡлы медицина тикшереүе үткәрелә.

Из президенты Владимир Путин тәҡдиме буйынса Рәсәй төбәктәрендә 60 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәргә дистанцион форматта эшләргә кәңәш ителә. Вакцина ҡаҙатылған осраҡта хеҙмәткәрҙәр ғәҙәти шарттарҙа эшләй ала. Коллектив иммунитетты күтәреп хәүефле сирҙе еңеп сығыу өсөн төбәктә йәшәүселәрҙең 80 проценты ковидҡа ҡаршы прививка эшләтергә тейеш.

Миңә 69 йәш, өйҙә генә ултырып булмай, йөрөр урындар күп. Шуға ла үҙемдең, ғаиләмдең хәлен сикләмәҫ өсөн вакцина ҡаҙатырға булдыҡ. Тәү сиратта прививка хәүефһеҙлек өсөн мөһим.

Галина Ильясова, Өфөлә йәшәүсе

Белгестәр әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһы башлыса 65 йәштән өлкән граждандар өсөн ҡурҡыныс. Шуға ла оло йәштәгеләргә вакцина ҡаҙатыу көн талабы булып тора. Прививка ҡаҙатҡан осраҡта ла ковид инфекцияһы менән ауырырға мөмкин, әммә тәжрибәгә ярашлы вакцина яһатҡан кешеләр сирҙе ҡатмарлыҡтарһыҙ еңеп сығып ҡәҙимге тормошон дауам итә.

Флорида Ким