Йыл башынан баш ҡалала теркәлгән ике меңгә яҡын янғында 34 кеше һәләк булған

Бәхетһеҙ осраҡтарға башлыса кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпсе. Күңелһеҙ статистиканы төҙөк булмаған мунса мейестәре, электр сымдарындағы ҡыҫҡа ялғаныш та тулыландыра. Ошондай бәхетһеҙлектәрҙе булдырмау маҡсатында иҫкәртеү саралары ойошторола. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сөнки уның үҙенә яңыраҡ бәлә менән күҙмә-күҙ осрашырға ла тура килгән. Күршеләренең фатирынан сыҡҡан янғындан ир урамда бер нимәһеҙ тороп ҡала. Бөгөн ул ваҡытлыса дөйөм ятаҡ бүлмәһендә йәшәргә мәжбүр.

Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған, Өфөнөң янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса дәүләт инспекторҙары граждандарҙы яҡлау идаралығы, янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре менән берлектә сираттағы иҫкәртеү рейдына сыҡты.

Төп иғтибар шәхси торлаҡ хужалыҡтарына йүнәлтелде. Белгестәр баш ҡаланың Оло һәм Бәләкәй Ебәкселәр урамындағы һәр йорт хужалары менән осрашырға тырышты. Янғын хәүефһеҙлегенә бәйле аңлатыу эштәре алып барып, электр сымдарының, мунса мейестәренең төҙөклөгөн тикшерҙе. Һуңғыһы һәр ихатала йортҡа терәлеп тигәндәй урынлашҡан.

Белгестәр янғындың төп сәбәбе кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүенә бәйле тип иҫәпләй. Уттың күп осраҡта һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөнән сығыуы мәғлүм. Йылытыусы ҡоролмалар, көнкүреш техникалары, электр линияһындағы ҡыҫҡа ялғанышты булдырмау һәр хужаның яуаплылығында булырға тейеш.

Азат Ғәлиуллин