Тәртип һаҡсылары белдереүенсә, сертификат рәсми документ һанала, уны йәшерен әҙерләүселәр өсөн енәйәт язаһы ҡаралған. Ғәйеплегә ике йылға тиклем төрмә янай. Документтың ялған икәнен белеп тә уны ҡулланған кеше өсөн дә яза бар, 80 мең һумға тиклем штраф һалыныуы, йә бер йылға ирке сикләнеүе мөмкин. Өфө полицияһы коронавирустан прививка эшләү тураһында ялған документтар әҙерләү осраҡтары тураһында 237-19-60 телефоны буйынса хәбәр итергә саҡыра. Ул тәүлек әйләнәһе эшләй.