Социаль селтәрҙә "комендант сәғәте" тураһында хәбәрҙәр таралған. Республика башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә, улар дөрөҫлөккә тап килмәй. Киләһе аҙнала Башҡортостанда федераль мәҙәниәт учреждениелары ғына эшләмәй. Рәсәйҙә 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре иғлан ителде.