Яңауыл районында 40-ҡа яҡын милләт вәкиле йәшәй. Район тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән көндәлек эшебеҙҙә уларҙың һәр береһенең мәнфәғәте күҙ уңында тотола. Район халҡына йәниҫәптә ҡатнашып, үҙҙәре лә киләсәкте төҙөргә ярҙам итеүҙәрен аңлатабыҙ, ти Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХалыҡ иҫәбен алыу - ил халҡының һаны, социаль-иҡтисади үҙенсәлектәре, торлаҡ, эш шарттары, белем кимәленә бәйле мәғлүмәт ресурстарын булдырыу өсөн төп сығанаҡ. Артабан тап ошо күрһәткестәр нигеҙендә дәүләт ҡарарҙары, программалар ҡабул ителә. Милләттәр, туған телдәр тураһындағы мәғлүмәттәр илдең этномәҙәни төрлөлөгөн күҙаллау, уны һаҡлау өсөн мөһим, ти белгестәр.