Өфөлә дәүләт циркын ремонтлауҙы финанслау мәсьәләһе киләһе йылда хәл ителә. Республика мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, проектлау документтары әҙер, улар дәүләт тикшереүе үтә. Реконструкция барышында бинаны нығытыу, ҡыйығын алмаштырыу ҡаралған. Цирк 1 мең 600 тамашасыны һыйҙыра аласаҡ. Төҙөкләндереү хаҡы миллиард ярым һумға баһалана.