Коронавирустан прививка ғына һаҡлай

“Прививка эшләтеү, вирустан һаҡланыу мөһим! Үҙеңде һәм башҡаларҙы хәүеф аҫтына ҡуйырға ярамай”. Башҡортостан фәндәр академияһы академигы, педагогия фәндәре докторы Әлфис Ғаязов шундай фекерҙә. Ул республика халҡын коронавирустан вакцина яһатырға саҡыра. Ғалим үҙе иммунизация үткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә 25 меңдән ашыу  кеше прививка эшләткән. Кисә был һан – 27 мең тирәһе ине. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн республикала 2 миллион ярым самаһы кеше вакцина алырға тейеш, ти белгестәр.