Вакцина алырға! Яңы пунктҡа! Өфөлә прививкалау нөктәһе асылды

      Өфөлә коронавирустан вакциналау буйынса яңы пункт асылды. Ул Сипайлово биҫтәһендә “Окей” гипермаркетында урынлашҡан. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бында 43-сө поликлиника табиптары эшләй. Ул көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 8-гә тиклем эшләй. Ял көндәре иртәнге 10-дан ҡабул итәләр. Өфөлә вакциналау буйынса мобиль пункттар шулай уҡ “Торатау” конгресс-холында, “Башҡортостан” лайф-стайл үҙәгендә һәм Сипайловолағы “Карусель” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан.