Иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында 62 йәйәүле һәләк булған. Юлда фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре күләмле рейдтар уҙғара. Уларҙың береһен БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте, хәбәрсе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИртәнге тығын ваҡыты ла, юғары тиҙлектә килгән автомобилдәр ҙә ҡурҡытмай. Инспекторҙар рөхсәт ителмәгән урындан сығып барған ирҙе туҡтатты.
Йәйәүле үҙ ғәйебен таныны, киләсәктә тик тейешле урындарҙан ғына юл аша сығырға вәғәҙәләй. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән операция барышында иғтибар үҙәгендә ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмаған йәйәүлеләр. Ҡыҙғанысҡа, улар етерлек. Иҫкәртеү саралары йәнле ҡала урамдарында, кешеләр эшкә китеп барғанда, йәки кискеһен үҙғарыла. Белгестәр билдәләүенсә, тап ошо ваҡытта йәйәүлеләр юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә.
Дәүләт автоинспекцияһы ойошторған рейдтарҙа юл фажиғәләрен булдырмау, хәрәкәттә ҡатнашыусылар араһында үҙ-ара әҙәп, әхләҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереү маҡсат итеп ҡуйыла. Көн һайын йәйәүлеләргә бәйле 100-ҙән ашыу осраҡ асыҡлана. Руль артындағылар араһында да юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоусылар ошо уҡ кимәлдә.
Юлда хәүеһеҙлекте тәьмин итеү өсөн руль артында ултырыусылар ҙа тикшерелде. Водителдәрҙең документтары ҡарала, балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләре үтәлешенә айырым иғтибар бүленә. «Тойота» менән идара итеүсе Зөһрә Ғәлимнурованың водитель стажы 20 йылға яҡын. Юл хәүефһеҙлеге йәйәүленән дә, автоһәүәҫкәрҙән дә тора, ти ул. Шуға күрә бындай рейдтарға ыңғай ҡарашта.
Дәүләт автоинспекцияһына рөхсәт ителмәгән бләмәләрҙә автомобиль ҡалдырып китеүселәргә ҡарата ялыуҙар килһә лә, был йүнәлештә баш ҡаланың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре эшләй. Улар Өфөнөң Орджоникидзе районы ихаталары буйлап үтте.
Теләһә ҡайҙа машиналарын ҡалдырған автоһәүәҫкәрҙәр коммуналь хеҙмәт техникаһына ла юлды ҡамай. Шулай уҡ балалар майҙанысығы эргәһенә үтергә тырышып, кескәйҙәргә ҡамасаулауы ихтимал. Граждандар инспекторҙарға мөрәжәғәт итер алдынан тәртип боҙоусылар менән үҙаллы көрәшеп маташҡан.
Тәртип боҙоусыларға административ штраф һалыныу ла ихтимал. Уның күләме бер меңдән алып дүрт меңгә тиклем етә, вазифалы һәм юридик шәхестәргә был сумма 20 һәм 50 мең һум тәшкил итә ала. Юлда һаҡ булыуҙан тыш, парковка урынын да дөрөҫ һайлар кәрәк.
Әлфинә Килдейәрова