Рухтин ауылында йәшәүсе 101 йәшлек Мария Петрова өсөн был кампания 8-сеһе. Салауат районында тыуған ҡатын Бөйөк Ватан һуғышы алдынан кейәүгә сығып 6 балаға ғүмер бүләк итә. Бөгөн ул бәләкәй ҡыҙы менән бәхетле ҡарлыҡ кисерә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯҡындары әсәләренең бер кемгә лә бәлә һалмай, насарыраҡ ишетһә лә, хәтере яҡшы булыуына һөйөнә. Иҫәп алыусының һорауҙарына ла Мария Федоровна үҙе яуап бирҙе.
Дөйөм алғанда, халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы Дыуан районының барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә әүҙем бара. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн төбәктә 30 мең самаһы кеше йәшәй. Уларҙың яртыһынан ашыуы мөһим кампанияла ҡатнашып өлгөргән дә инде. Эштә булыу сәбәпле, ауыл халҡының күбеһе көндөҙ өйҙә булмай. Шуға ла иҫәп алыусылар йорттар буйлап, башлыса киске сәғәттәрҙә йөрөй.
Илдар Байбулатов