«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рәсих Ханнановҡа арналған хәтер кисәһе уҙҙы. Журналист, шағир һәм яҙыусының ике йөҙҙән ашыу шиғырына йыр яҙылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКисәлә ҡатнашыусылар уның шиғырҙарын уҡыны, әҫәрҙәрен башҡарҙы. Ҡырмыҫҡалы районынан килгән яҡташтары әҙиптең шиғырына яңы ғына яҙылған йырын ишеттерҙе.
Баш ҡаланың Революция урамындағы 66-сы йортта Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Был йортта шулай уҡ Әнғәм Атнабаев һәм башҡа билдәле шәхестәр йәшәгән. Рәсих Нурғәле улының яҡындары, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре шәхес тураһында яҡты хәтирәләре менән бүлеште.
Рәмилә Исмәғилева