Йырламай ҙа, бейемәй ҙә, сәйәсмән дә түгел, әммә уны баш ҡала халҡының күпселеге йөҙгә таный. Егерме йылдан ашыу автобус йөрөтөп ул үҙе лә пассажирҙарҙы танып бөткән. Кемдең ҡайһы туҡталышта төшөрө, ҡайҙа барыуын да яҡшы белеп тора.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИке тиҫтә йыл хеҙмәт осоронда Ринат унға яҡын автобус алмаштырған. Тәүге һары икарустарҙы хәҙерге техника менән сағыштыраһы ла түгел, ти ул. Билет һатып алып компостерҙа тишәһе түгел, картаны сығарып валидаторға һалыу ҙа етә.
Ә бит «Башавтотранс»тың тәүге автобустарының хатта салоны ла булмаған. 1921 йылда барлыҡҡа килгән предприятиеға 14 йөк һәм 12 еңел автомобиль һатып алына. Тағы өс йылдан ҡына Өфө урамдарынан өс йөк машинаһы халыҡты ташый башлай. Әле бар техника менән предприятиела асылған музейҙа танышырға мөмкин.
Әммә барыһы ла ыңғай ғына бармай. Йөҙ йыллыҡ тарихта һынылышлы мәлдәр ҙә була. Әлеге власть «Башавтотранс»ты махсус рәүештә бөлгөнлөккә төшөрөлгән ерҙән ҡотҡарып алып ҡалды. Был осорҙо предприятиеның икенсе тыуған көнө тиергә лә мөмкин.
Хәҙер предприятиеның үҫеш йүнәлеше аныҡ билдәләнгән. «Алға» иҫәпләшеү системаһы пассажирҙар ташыу өлкәһен юғары кимәлгә күтәрәсәк. Үткән йылда «Башавтотранс»тың ике меңдән ашыу автобусы йөҙ миллион кешене хеҙмәтләндерһә, киләсәктә маҡсат тағы ла юғарыраҡ.
Айнур Кәбиров