Өфө тимер юлы вокзалында алыҫ араға йөрөүсе поездар зарарһыҙландырыусы шыйыҡса менән эшкәртелә

Көн һайын 40-ҡа яҡын вагон хлор һәм еҫе булмаған махсус шыйыҡса менән таҙартыла. Махсус кейемдәге хеҙмәткәрҙәр бер генә мөйөштө лә ҡалдырмай. Төп иғтибар ишек тотҡаларына, таянғыс, өҫтәл һәм стеналарға бирелә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Поезд бригадаһы шәхси һаҡланыу саралары, антисептик, контактһыҙ термометр менән йыһазландырылған, вагондарға иҫкәрмәләр йәбештерелгән. Шулай уҡ тимер юлы пассажирҙарына битлектә булыу кәңәш ителә.

Әлфинә Килдейәрова