Йәмәғәтселек Өлфәт Мостафинды иҫкә ала

Бөгөн Башҡортостанда 2018-2020 йылдарҙа Өфө хакимиәте башлығы булған Өлфәт Мостафинды иҫкә алалар. Ул бер йыл элек коронавирустан вафат булды. Быйыл тыуған яғы Саҡмағош районы Иҫке Бәшир ауылында уға бағышланған мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Иҫтәлекле таҡта Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Латипов исемендәге урта мәктәп бинаһына беркетелде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, Өфөлә төҙөләсәк Волейбол һарайына Өлфәт Мостафин исеме бирелә.