"Инцидент-менеджмент" ярҙамында Иглин районында юл ремонтлана

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы Иглин районында мөһим төҙөлөш эштәре башланды. Алатор ауылынан  район үҙәгенә илткән участкала асфальт ҡатламы яңыртыла. Бында алты километр  араны төҙөкләндереү ҡаралған. Был юлдың  торошона бәйле "Инцидент-менеджмент" системаһына ялыуҙар күп килгән булған. Мәсьәлә республика етәкселеге контроленә алынған. Иглин ауыл хакимиәтенең  төҙөкләндереү буйынса етәксеһе Флорид Багаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Райондың  Кузьминки биҫтәһендә лә йәйәүлеләр өсөн тротуар төҙөлә. Әле биләмәлә бетон бордюрҙар ҡуйылған, асфальт һалыуға әҙерлек бара.